Бөгөн, 21 июль, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге тәҡдиме буйынса Ҡырмыҫҡалы районында Олокүл һәм Һәүәләй балалар
Бөгөн, 21 июль, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге тәҡдиме буйынса Ҡырмыҫҡалы районында Олокүл һәм Һәүәләй балалар баҡсаларында тикшереү үтте. Комиссия Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы Иҫәнбаева, Мәғариф бүлеге етәксеһенең урынбаҫары Гүзәл Ринат ҡыҙы Сыңғыҙова, мәктәпкәсә белем биреү бүлегенең методисы Лена Мөхәмәт ҡыҙы Бикҡузина, туған телдәр методисы Нәркәс Радик ҡыҙы Ҡоҙаҡаева менән берлектә эшләне. Хаталарҙы төҙәтеү буйынса иҫкәрмәләр эшләнде. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса киләсәккә пландар төҙөлдө.
19:00 21.07.2025 16+
Оставить сообщение: