23 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Уҡытыу сифатын күтәреүҙә дәрес һәм кластан тыш эштәрҙә
23 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Уҡытыу сифатын күтәреүҙә дәрес һәм кластан тыш эштәрҙә системалы-эшмәкәрлек алымдарын тормошҡа ашырыу" темаһына бай йөкмәткеле семинар үтте. Уҡыусыларҙың мәктәп ишеге алдынан уҡ бик йылы ҡаршы алыуы һәр кемдең кәйефен күтәрҙе. Артабан семинарға килеүселәр өс төркөмгә бүленеп, бик матур дәрестәр ҡараны. Филиал мөдире Лүзә Мидхәт ҡыҙы 6-сы класта башҡорт теленән « Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр», 3-сө класта Земфира Әнис ҡыҙы «Һин ҡайҙан?», 2-се класта Клара Мөхтәр ҡыҙы «Минең ғаиләм» темалары буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте. Дәрестәрҙең методик яҡтан дөрөҫ төҙөлөүе, туған тел уҡытыусыларының заманса технологиялар ҡулланып эшләүе уҡыусыларҙың әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итте. Дәрестәрҙең сифатлы үтеүе системалы эшләү һөҙөмтәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды сығыш яһаусы(дәрестәргә анализ эшләүсе) уҡытыусылар.
Семинарҙың планына ярашлы, Зәңгәр күлгә экскурсия ла ойошторолдо. Уҡытыусылар тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, уның тураһында мәғлүмәттәр тыңлап, ял итеп, саф һауа һулап, илһамланып, Илтуған ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Музейҙың директоры Клара Дархан ҡыҙы милләттәштәрен ҡапҡа төбөнән үк яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Музей төҙөлөүгә ике йыл ғына ваҡыт үтһә лә, тырыш, эшһөйәр етәксе тарафынан барлыҡ бүлмәләрҙең дә бөхтә булыуы күҙгә салынды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ экспонаттар тупланған һәм тупланыуын дауам итә. Һәр экспонат район тарихын, уның халҡын, эшмәкәрлеген һөйләй. Тап музейҙар йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик тә мөһим. Клара Дархан ҡыҙының да үҙ эшен бик яратып башҡарыуы һәр экспонат хаҡында ентекле һөйләгәндә үк һиҙелә. Уҡытыусыларыбыҙ яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр танышты.Музей һәммәһенә лә оҡшаны. Бөгөнгө семинар сиктәрендә ойошторолған саралар һәр уҡытыусы өсөн файҙалы булды.
20:02 24.10.2025 16+
Оставить сообщение: