18+
Специальная версия

Фотоларҙа- район тормошо

Фотоларҙа- район тормошо

Хәйерле сәғәттә, дуҫтар! Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәттә күрһәткән батырлығын яҡтыртҡан залды асыу өҫтөндә ең һыҙғанып тотонғанбыҙ. Уҙған быуаттың 60-сы-70-се йылдарында төшөрөлгән бик ҡәҙерле фотоһүрәттәр менән һеҙҙе лә таныштырырға булдыҡ. "Ҡарлыман"совхозының сусҡа, "Урал"колхозының мал һимертеү комплекстары биналары үҙҙәренең мөһабәтлелеге менән һоҡландыра.Күпме кеше тыуған ерендә баҫыуҙарҙа, фермаларҙа йәнен аямай эшләгән, матур донъя көткән, ауыл мәктәптәре күмәк балалар тауышынан гөрләп торған. Иғтибар менән ҡарағыҙ әле: эш кешеләренең йөҙҙәрендә ауыр эшкә, тормошҡа ҡарата бер ниндәй ризаһыҙлыҡ, асыу күрмәҫһегеҙ. Киреһенсә, бар булмыштары Туған илгә, ғәзиз ергә ихлас һөйөү, тоғролоҡ, уларҙың киләсәктә сәскә атыуы хаҡына бар көсөн, тырышлығын һалып хеҙмәт итеү, яҡты өмөттәр менән яңы тормош төҙөү. Был фотоһүрәттәр хеҙмәт кешеһенә ДАН булып яңғыраһын ине.

Р.S. Хөрмәтле яҡташтар! Һандыҡ төптәрендә, ҡалын-ҡалын фотоальбомдарҙа бындай фотоһүрәттәр һәр өйҙә һаҡланалыр. Ауылдаштарығыҙ, яҡындарығыҙ һүрәтләнгән ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы музейға тапшырып, улар тураһында иҫтәлектәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ, бик сауаплы булыр инегеҙ. Илебеҙҙең киләсәге өсөн көндө төнгә ялғап, арымай- талмай хеҙмәт иткән шәхестәр онотолорға тейеш түгел. Һеҙҙән мәғлүмәттәр көтөп ҡалабыҙ, яҡташтар!

03:30 28.05.2024 16+
484

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 990x90px banbottom