Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан яҡшы билдәләргә өлгәшеп, төрлө сараларҙа призлы урындар алған уҡыусылар өсөн Мәләүез районының "Йәшел имәндәр" лагеры бинаһында күренекле башҡорт журналисы, яҙыусы
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан яҡшы билдәләргә өлгәшеп, төрлө сараларҙа призлы урындар алған уҡыусылар өсөн Мәләүез районының "Йәшел имәндәр" лагеры бинаһында күренекле башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева программаһына нигеҙләнеп эшләгән “Йәйләү” профилле лагеры ойошторолдо. Ҡырмыҫҡалы районынан Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айнур Ғәлиев ошо лагерҙа 21 көн ял итеп ҡайтты.
«Мин Үҫәргән ырыуы башлығы булдым. Шулай уҡ йәйләү батырын һайлағанда ла беренсе инем. Үҙ идаралыҡ итеү көнөндә әйҙәүсе ролендә үҙемде һынап ҡараным. Әйҙәүсе булыуы еңелдән булмауын, әммә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы икәнен аңланым. Йәйләүҙә башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы, йолалары, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәре, ырыу легендалары, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән таныштым, шулай уҡ яңы һөнәрҙәр үҙләштереп, үҙемде күрһәтә алдым. Әйҙәүселәребеҙ беҙҙе матур итеп бейергә, йырларға, ҡурайҙа уйнарға өйрәтте. Лагерға республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалаларынан килгән төрлө йәштәге балалар менән бер ғаилә булып йәшәүе бик күңелле булды. Аҡыллы, көслө рухлы, изге күңелле, патриот ҡыҙ һәм егеттәр араһында булыу мине бик ҡыуандырҙы, улар менән киләсәктә лә осрашырбыҙ тигән хыял менән йәшәйем бөгөн дә.
Бишауыл – Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхакова Рәмилә Филарит ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Сөнки Рәмилә Филарит ҡыҙы мине олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләне, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте, һәр саҡ мине дәртләндереп, ҡанатландырып торҙо, үҙ көсөмә ышаныс тыуҙырҙы. Ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашыу мине “Йәйләү”гә алып барҙы. “Йәйләү”ҙән рухи яҡтан байып, ҡанатланып ҡайттым, сөнки туған телендә һөйләшкән, үҙ ерен, үҙ халҡын яратҡан йәш быуындың үҫеп килеүе – ул республикабыҙҙың киләсәге, тимәк, киләсәгебеҙ ышыныслы ҡулдарҙа.
Үҙҙәре өсөн күп яңылыҡтар асҡан, рухи донъяларын байытҡан балаларға яңы уҡыу йылында ла уңыштар ғына юлдаш булһын!»,-ти Айнур Ғәлиев, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе уҡыусыһы.
09:11 29.08.2024 16+
Оставить сообщение: