18+
Специальная версия

11 сентябрь-Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнә

11 сентябрь-Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнә.

Мәғлүм булыуынса, 9-15 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы һәм уға бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрҙе кәметеү аҙналығын уҙғара. Уның сиктәрендә илебеҙҙә сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе төрлө саралар уҙа, мәғлүмәти эш алып барыла.

Иҫке Муса ауылы ла был саранан ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә байтаҡ файҙалы саралар уҙҙы.Иң тәүҙә информацион белғи биреү булды. Чаттарҙа файҙалы кәңәштәрярап ҡалды.

Ауыл фельдшеры Альмира Ғөзәйерова ауыл халҡы алдында сәләмәт тормош алып барыу тураһында сығыш яһаны.

1. Нисек туҡланырға?

2. -Ниндәй дарыуҙарҙы тәбиғи ризыҡтар алмаштыра

3. -һыраның зыяны

4. -Прививка мотлаҡмы?

5. Шундай һорауҙарға яуап бирҙе фельдшер, кәңәштәрен әйтте, миҫалдар килтерҙе.

Мәсеттә лә балалар өсөн сара уҙҙы. Тәрбиә, әхлаҡ тураһында һөйләшеү, уйындар, сәй эсеү бик фәһемле булды.

11сентябрь - айыҡлыҡ көнөндә лә файҙалы саралар уҙҙы.

????

— Йәштәр майҙанында 'Һаулыҡ.Спорт. Бәхет"акцияһы уҙҙы. Балалар,йәш ғаиләоәр төрлө спорт секуиялары менән танышты. Төрлө уйындар уйнаны.

-Иҫке Муса мәктәбендә көрәш буйына секция асылды. Үҫмерҙәр теләп яҙылды.

-Йәш ғаиләләр. дискуссион клубка йыйылып, ауылда тормошто йәнләндереү маҡсатында нимәләр эшләп була тигән һөйләшеү уҙғарҙы. Бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Айырым яҙырбыҙ, проект итеп сығырбыҙ, тип кәңәшләштек.

-Ауылдың оло йәштәгеләре кистәрен"Йәшәү рәхәт!" проекты сиктәрендә шөғөлләнә.

-Аҙналыҡтың саралары дауам итә. Мтлли кейем, алма бәоеше тураһында яҙырбыҙ.

Ә инле Сәләмәтлек аҙнаһы атайҙар һәм балаларҙың ыутбол матчы менән тамамланасаҡ.

#ДеньТрезвости #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело

#Ҡоролтай #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело #Курултай #ДеньТрезвости

05:39 14.09.2024 16+
127

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 990x90px banbottom