18+
Специальная версия

14 сентябрҙә йәмле Дим буйында урынлашҡан Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылына ырыуҙаштарыбыҙҙың Ҡырҡөйлө мең ырыуы йыйынына ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ. Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы тигәндәй

14 сентябрҙә йәмле Дим буйында урынлашҡан Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылына ырыуҙаштарыбыҙҙың Ҡырҡөйлө мең ырыуы йыйынына ҡунаҡҡа барып ҡайттыҡ. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тигәндәй, беҙ ҙә буш барманыҡ. Тамырҙары менән мең ырыуынан булған ауыл вәкилдәре байрамда ҡатнашыусыларҙы матур концерт номерҙары менән шатландырҙы.

Мөхәмәтйәров Илдар Йәүҙәт улы, Юнысова Фәниә Фоат ҡыҙы йыр-бейеү конкурстандарында еңеүсе тип танылды. Улар грамота һәм ҡиммәтле приздар менэн бүләкләнде. Йәш ауылдашыбыҙ Ғәлиәхмәтов Илшат Әғзәм улы үҙен яңы спорт төрөндә —.уҡ атышыуҙа һынап, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Ырыуыбыҙҙың бәҫен төшөрмәҫ өсөн ауылдаштарыбыҙҙы бар сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

18:26 15.09.2024 16+
37

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 990x90px banbottom