18+
Специальная версия

"Йәшлек менән осрашыу"

"Йәшлек менән осрашыу"

Иҫке Муса ауылында булған сараны нәҡ шулай тип әйтке килә. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы,Салауат драма театры уҙаманы Рим Файзрахман улы Әминев менән осрашыу Ололар көнөнә бағышланды.Хәтирәләр...Улар барыһы ла йәшлеккә алып ҡайта.

- Рим ағай иптәштәре менән иҫке клубтың баҡсаһына тирмә куйҙы. Беҙ, йәштәр, "Ай тотолған төндә“не уйнаныҡ шунда.Рим ағай-Диуана, Мин-Шәфәҡ, Нур ағай- Аҡъегет, Фәниә апай -Тәңкәбикә ролен башҡарҙы.Эй шәп булды...Иҫ киткес ихлас уйнаныҡ,- тип хәтерләй Заһиҙуллина Нәсимә апай.Баҡтиһәң,ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән апай сәхнәгә ғашиҡ булып йәшәгән бит..

- Ғүмер буйы тракторсы булып эшләгән шаян, һомғол буйлы Нур ағай Ураҙғолов сәнғәт училищеһын ингән булған икән.Тик...һағынып кире ҡайтҡан.

-Тамаша ҡарар өсөн үҙ ултырғыстарын күтәреп килер булған ауылдаштар, урын етмәгән.

Һағынып, яратып иҫләне үткәндәрҙе осрашыуға килеүселәр.Йәшлек менән осрашыу йәшәүгә дәрт өҫтәй икән.

15:30 03.10.2023 16+
1254

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 990x90px banbottom