18+
Специальная версия

#ГодЗащитникаОтечества2025

#ГодЗащитникаОтечества2025
#Ватанһаҡлаусыйылы2025

Ошо көндәрҙә Яңы Бәпес ауылында күркәм 95 йәшлек юбилейын билдәләүсе тыл һәм хеҙмәт уҙаманы Яҡупов Ҡасим Мөхәмәтвәли улын Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы һәм моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡотланы.

Күп уҡырға яратыусы аҡһаҡалға гәзит- журналдар һәм күстәнәстәр тапшырып, музыкаль сәләм еткерҙеләр.

Яҡупов Ҡасим Мөхәмәтвәли улы 1930 йылдың 26 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районы Ташбаш ауылында донъяға килгән. 4 класс белем алған. Бәләкәйҙән алып саңғыла йөрөргә яратҡан, саңғы шыуғанда аяғын һындырып, бер аяғы дөрөҫ ялғанмай, ҡыҫҡа булып ҡалған, шул сәбәпле әрме хеҙмәтенә алынмаған.

1957 йылда Хәҙисә Хөснөтдин ҡыҙын осратып, өйләнешәләр. Ҡасим Мөхәмәтвәли улы ат ҡараусы булып эшләгән, ҡымыҙ бешкәндәр, хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала мал ҡараған.

Хәҙисә Хөснөтдин ҡыҙы фермала һауынсы булып эшләй. 5 балаға ғүмер биреп, 56 йыл бергә, ҡулға- ҡул тотоношоп йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә 21 ейән-ейәнсәргә һәм 25 бүлә- бүләсәгә ҡартатай булып ғүмер итә.

Хөрмәтле уҙаманға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалабыҙ!

Источник: Старобабичевский СМФК.
15:06 30.01.2025 16+
1478

Оставить сообщение:

Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 990x90px banbottom