#День_добра_и_уважения
Ауылдарҙың ҡото, йәме
Оло апай, инәйҙәр!
Бөгөн һеҙҙең байрамығыҙ
Олатай, өләсәйҙәр!
1 октябрь бер кемде лә битараф ҡалдырмай, уйландыра, моңландыра, шатландыра торған байрам - Ололар көнө!
Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Көҙҙәрҙә лә яҙҙар ҡабатлана, ти шағир. Күңелдәргә яҙ йылыһы алып килһен ул, ҡартлыҡтың шатлыҡ икәнен тойорлоҡ булһын!
Ололар көнөнә арнап "Ғүмер көҙөнөң үҙ матурлығы" исемле кисә үтте.
Китапханасы байрамға килеүселәрҙе ҡотлап үткәндән һуң , сараға килгән ҡунаҡтарға һүҙ бирҽлдҽ.
Сара шиғырҙар, йырҙар менән үрелеп барҙы. "Алдағы йылдарҙа ла бергә- бергә күрешергә яҙһын, илебеҙ тыныс булһын!" - тигән изге теләктәр менән таралышты сараға килеүсе барыһы. АФАРИН, АУЫЛДАШТАРЫМА!
1октября "Международный день пожилых людей"-это праздник старшего поколения.Карламанская сельская библиотека в рамках конкурса "Трезвое село провела вечер отдыха: "Душа как прежде молода ". Библиотекарь поздравила всех с праздником. Далее за чаепитием приятно общались, пели любимые песни,читали стихи, шутили, исполняли задорные частушки. Праздничная атмосфера никого не оставила равнодушным.Все получили массу положительных эмоций, забыв о проблемах и отдохнув душой.
15:30 30.09.2023 16+
Оставить сообщение: