18+
Специальная версия

ИРТӘГӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТҠА бараһығыҙмы?

ИРТӘГӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТҠА бараһығыҙмы?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2 форматта яҙып була:
офлайн - майҙансыҡтарҙа йыйылып, дикторҙар уҡыуын тыңлап;
онлайн - дикторҙар уҡыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында йәки социаль селтәрҙәр аша тыңлап.

Онлайн яҙыусылар өсөн теркәлеү кәрәкмәһә, офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусылар bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә тейеш.

Майҙансыҡтарҙың һаны бихисап, үҙегеҙ һайлағанын сайтта нисек табырға? Аңлатабыҙ.

1. bashdictant.ru сайтын асырға;
2. ⁠Офлайн формат бүлеген табырға;
3. "Ҡатнашыусыларҙы теркәү" төймәһенә баҫырға;
4. Инструкция буйынса кәрәкле мәғлүмәтте ҡулланып теркәлгән майҙансыҡтар араһынан кәрәклеһен һайлап алырға.

Диктант тамамланғандан һуң эштәрегеҙҙе майҙансыҡтың ойоштороусыларына ҡалдырығыҙ.

Онлайн яҙыусыларға эштәренең фотоһын йәки сканын телеграмдағы @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant2025@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
18:17 25.04.2025 16+
402

Оставить сообщение:

Поделитесь новостями с жителями города
Если Вы стали свидетелем аварии, пожара, необычного погодного явления, провала дороги или прорыва теплотрассы, сообщите об этом в ленте народных новостей. Загружайте фотографии через специальную форму.
Рекламный баннер 990x90px banbottom