Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Участник конкурса № 16

Участник конкурса № 16.

Аслаева Юлия, д.Ибрагимово.

Йомран иле.
Беҙҙе Йомран иле тирҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тирҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Ғәжәп хозурлы ерҙәрҙән,
Ҡыҙылғыны ишет, берҙән.
Ишет һин Һымай күлен,
Тотар яҙ, бикләмеш юлын.
Ыласын уйнар яҫы болон,
Урай-урай тирәктәрҙән.
Балапан һәм кесе Талпаҡ
Яталар миҫеле аҡ ҡалпаҡ.
Ағастары бөгөн ваҡ-ваҡ,
Улар ҙа һәм һирәкләнгән.
Әгәр күл булһа ағасһыҙ,
Шулай ил ҡала башһыҙ.
Йә булһа ауыҙың тешһеҙ,
Ни файҙа шул ирендәрҙән!…
Был ерҙә тапмаһаң ҡарар,
Бишул, Талпағыйҙан арар,
Атың арымаһа, юҡ зарар,
Табырһың төрлө наҙҙарҙан.
Әгәр һыуғың ағышына,
Китерһең көнбайышына.
Күңелдәрең булыр шадкам,
Кисерерһең яр ғазизарҙан.
Һандуғастар һайрар әйям,
Белерһегеҙ ҡәҙерен, эй, йән.
Ҡалыр ул белмәйенсә һәнкам.

Йомран иле тигәнде бөйөк шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев башҡорт ырыуҙарының береһе Йомран-Табын биләгән ерҙәрҙе күҙ уңында тотҡан. Йомран-Табындар ун ике ырыу менән бергә Табын тигән башҡорт ҡәбиләһен тәшкил иткән. Шиғырҙа телгә алынған йылға-күлдәр Ҡырмыҫҡалы районында.
07:29 09.07.2025 16+
2409
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top