22 октябрь көндө Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү...
22 октябрь көндө Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был сара быйыл 17-се тапҡыр үткәрелә, унда төрлө номинацияларҙа 4500-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Әҙәби-ижади конкурс «Минең Мостай» (ижади проекттар), «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» (инша, эссе, шиғыр) номинациялары буйынса ойошторолдо. Бынан тыш, Халыҡ шағирының тормошо, ижадына арналған интернет-викторинала Башҡортостандан тыш, Татарстан Республикаһынан, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Ҡаҙағстандан да ҡатнашҡандар. Конкурс сиктәрендә «Беҙҙең өйҙөң йәме» квиз уйыны ла үткәрелде. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған сарала алты команда ҡатнашты: «Аҡйондоҙ» (Ишембайҙағы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы), «Дарман» (Өфө районының Шамонин мәктәбе), «Бикбай вариҫтары» (Өфө ҡалаһы Рауил Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһы), «Аҡ ҡылған» (Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се мәктәп), «Зирәктәр» (Ҡырмыҫҡалы районы, Ефремкино мәктәбе), «Өс таған» (Өфөләге Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы). Командалар Мостай исеменә бәйләп үҙҙәре менән таныштырғас, сәмле ярыш башланды. Төп талап – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы, фронт йылдары, ижады, уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр, төшөрөлгән фильмдарҙы яҡшы белеү. Капитандар өсөн зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа, тел байлығына ҡоролған уйындар ҙа булды. Командаларҙың сығышын һәм яуаптарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Рәмзил Сәлмәнов, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова һәм «Аманат» журналының бүлек мөхәррире, шағирә Зилә Ғәлләмова баһаланы. Һөҙөмтәлә, Ишембай командаһы еңеүсе тип танылды. Ә II урынды Ефремкино мәктәбенең «Зирәктәр»командаһы (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева) менән «Өс таған»дар яуланы. «Дарман», «Бикбай вариҫтары», «Аҡ ҡылған» командаларына III урын бирелде. Командаларға ҡиммәтле, ә уйында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
«Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» инша, эссе, шиғырҙар конкурсына бөтәһе 128 уҡыусының эше ҡабул ителгән. Шулар араһынан Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Сәлимгәрәев Айгизәр призлы урынға лайыҡ булды(етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхаҡова Рәмилә Филарит ҡыҙы). Урыҫ телендә ижад итеүсе Сахай урта мәктәбенең ⅩⅠ класс уҡыусыһы Исламғолова Илнара ла призер булды (етәксеһе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишкарина Фәниә Ҡасим ҡыҙы). Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының дипломы, шулай уҡ гимназияның Маҡтау ҡағыҙы, бүләктәр алып ҡыуанды.
Бүләкләү тантанаһы шаулап-гөрләп үтте. «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына килгән иң яҡшы эштәр авторҙарын халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡотланы. Еңеүселәрҙе ҡотлау гимназия уҡыусылары әҙерләгән шиғыр, йыр, бейеүҙәре менән үрелеп барыуы сараға йәм өҫтәне.
. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдереп, уҡыусылар саранан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, рухи көс, яңы үрҙәргә ынтылыш алып ҡайттылар.
Ижадҡа ынтылған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнгән һәләтле уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ.
10:45 27.10.2025 16+
Оставить сообщение: