Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.

12-13 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Бәйгелә ҡала һәм райондарҙан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән барлығы 372 уҡыусы көс һынашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, әңгәмә ҡорҙо, текст өҫтөндә эш башҡарҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала бөтәһе 104 уҡыусы призлы урын алыуға өлгәште. Призерҙар араһында беҙҙең район балаларының булыуы ҡыуандырҙы. 9-сы класс уҡыусыһы Ғарипов Ильшат призер, Ямикеева Миләүшә "Бикбайман" кейем һәм аксессуарҙар брендының махсус призына һәм 10-сы класс уҡыусыһы Хамидуллина Камилла "Йәншишмә" гәзитенең махсус призына лайыҡ булдылар.Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Юнысова Юлиә, Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Хәмидуллина Камилла, Сахай мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Саяпова Самира, Ефремкин мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Фархутдинова Нәзифә ҡатнашыусы сертификаттары алдылар.

Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!

Призер әҙерләгән Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишҡарина Фәниә Ҡасим ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Эшендә уңыштар теләйбеҙ.
2
14:30 16.01.2026 16+
79
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top