Ҡырмыҫҡалы районының Мәҙәниәт һарайында район яҙыусыларының «Илһам» ижади берләшмәһе 10 йыллыҡ юбилейына арналған бик матур сара уҙғарзы.
Ҡырмыҫҡалы районының Мәҙәниәт һарайында район яҙыусыларының «Илһам» ижади берләшмәһе 10 йыллыҡ юбилейына арналған бик матур сара уҙғарзы.
Районыбыҙҙа талантлы кешеләр бик күп, журналист Йөҙлөкбаев Риф Хәзәхмәт улы ошо талантлы шәхестәрҙең һәләттәрен артабан да үҫтерергә булышыу һәм яңы һәләттәрҙе йәлеп итеү маҡсаты менән 2015 -се йылда «Илһам» ижади берләшмәһен ойоштора.
Ҡырмыҫҡалы районының уҙәк китапханаһы менән дә берләшмә тығыҙ бәйләнештә эшләй, бергә төрлө матур саралар уҙғарыла. Ибраһим ауылында айыҡ ауыл проекты сиктәрендә «Ҡырмыҫҡалым-ғәзиз бишегем” тигән сара уҙғарылды. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылы үҙәк китапханаһында Динә Мөлкаманованың “Матур донья” тигән китап туйы уҙҙы. Бөгөнгө сарала китапханасылар тарафынан “Ҡырмыҫҡалы – илһам иле” исемле күргәҙмә ойошторолдо. Күргәҙмәлә районыбыҙҙың талантлы шәхестәренең һәм берләшмә ағзаларының китаптары урын алды.
15:10 05.02.2026 16+
Оставить сообщение: