Халыҡ-ара тыуған көн сиктәрендә 14 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика кимәлендә ,,Кейекбаев уҡыуҙары,, фәнни -ғәмәли конференцияһы үткәрелде.
Халыҡ-ара тыуған көн сиктәрендә 14 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика кимәлендә ,,Кейекбаев уҡыуҙары,, фәнни -ғәмәли конференцияһы үткәрелде.Бөтәһе 15 секция эшләне.
Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы мәктәбе уҡыусыһы Сәйфетдинова Миләүшә һәм Сахай мәктәбенән Зәйнуллина Айгөл 1-се урын яуланылар (уҡытыусылары - Ишҡарина Фәниә Ҡасим ҡыҙы);
2-се урынды яулаусылар - Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенән Ямикеева Миләүшә (уҡытыусыһы -Ишҡарина Ф.Ҡ.),Ефремкино мәктәбенән Николаев Данил ( уҡытыусыһы -Юлдашбаева Л.А),Олокүл мәктәбенән Ғизәтуллин Айгиз һәм Ҡарлыман мәктәбенән Әхмәтшина Разалия(уҡытыусыһы -Абдрахманова Т.Г.) ;
3-сө урынға Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенән Ғарипов Ильшат лайыҡ булды (уҡытыусыһы -Ишҡарина Ф.Ҡ.).
Сахай мәктәбенән Саяпова Самира номинация алды.Шулай уҡ Сахай мәктәбенән өс уҡыусы ҡатнашҡан өсөн сертификаттар менән бүләкләнделәр.
Уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ,уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.Еңеүсе һәм призёрҙар әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
21:25 14.02.2026 16+
Оставить сообщение: