Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Дуҫтар!

Дуҫтар!
17 апрель 11:00 сәғәттә Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк китапханаһында “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ!
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы йыл һайын ойошторолған күләмле сараларҙың береһе. Уның маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, башҡортса дөрөҫ яҙырға өйрәнеү, башҡорт телен үҙаллы үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Офлайнда ҡатнашыу өсөн диктанттың сайтында майҙансыҡты һайларға һәм унда теркәлергә кәрәк. Диктант көнөндә килеп яҙаһың.
Быйылғы акцияның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышлана.
Диктант тексын Ҡырмыҫҡалы ауылы үҙәк китапханаһының алып барыусы методисы Алһыу Рәлиф ҡыҙы Насырова уҡый.
Үҙебеҙҙең белемебеҙҙе тикшереп алайыҡ.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
13:59 15.04.2026 16+
27
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top