17 апрелдә беҙҙең мәктәптә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелде.
17 апрелдә беҙҙең мәктәптә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелде. Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арналған.Сарала уҡыусылар, уҡытыусылар, шулай уҡ теләк белдереп килгән ауылдаштар ҙа әүҙем ҡатнашты.Шулай уҡ17 апрелдә Башҡортостанда Республика халыҡтарының милли кейем көнө уҙғарыла. Был байрам йылына ике тапҡыр үтә һәм мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.Тамырҙарын, йолаларын, халҡының тарихын, милли мәҙәниәтен ҡәҙерләгән халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә бар.
Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрамменән,дуҫтар!
#башҡорттелендәдиктант #башдиктант/#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам
#ДеньНациональногоКостюмаРБ2026 #ЭтноКодБашкортостана #ЯВНациональномКостюме.
09:46 17.04.2026 16+