ҺӨТ БАЙРАМЫ ШӘП БУЛДЫ!
ҺӨТ БАЙРАМЫ ШӘП БУЛДЫ!
Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы, тигән халҡыбыҙ.
Ут күршебеҙ булмаһа ла, райондаш булған яҡташтарыбыҙҙың - Үрге Төкөн ауылы халҡының матур байрамдарында ҡатнашып, үҙ туғандарыбыҙҙы осратҡандай шатланып йөрөп ҡайттыҡ әле!
Лариса Абдуллина әйтмешләй, беҙ булһаҡ - шунтай булабыҙ, ҡырмыҫҡалай килеп тулабыҙ, тинек тә,
ауылдаштарым - Үтәгәндәр менән делегация булып барҙыҡ Үрге Төкөнгә.
"Һыйлы көнөң - һыйырҙа" тигән күркәм һөт байрамына олоһо ла, кесеһе лә, яҡындағыһы ла, йыраҡтағыһы ла килгәйне.
Үрге Төкөндәрҙең уңғанлығы, таҫыллығы, тыуған ергә ихлас һөйөүҙәре, йыр-моңға әүәҫлеге бөтәһен дә хайран итте!
Ҡунаҡ булғас - һый-хөрмәт тә тейеш инде ҡунаҡҡа! Ауыл хужабикәләре әҙерләгән аш-һыу, ҡайнар былау һәм мәтрүшкәле сәй һәммәһенең күңеленә хуш килде!
- Беҙҙең яҡтың балығынан ауыҙ итегеҙ, тигәстәре - "ғүмеребеҙҙә тәмләгән юҡ бындай тәмле балыҡты", тип уныһына ла етештек.
Әлхәмдүлилләһ шөкөр, халҡыбыҙ киң күңелле һәм йомарт!
Афарин, Үрге Төкөндәр!
Афарин, яҡташтар! Дан булды һөт байрамы!
Источник https://clck.ru/3Vwqap
08:11 21.09.2026 16+