Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

22 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү:...

22 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү: лингвистик яҡтан тыуған яҡты өйрәнеү аша дәрестәрҙең йөкмәткеһен байытыу һәм уҡыусыларҙың мотивацияһын арттырыу» темаһына бай йөкмәткеле семинар үтте. Семинарҙа Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Ҡоҙаҡаева Нәркәс Радик ҡыҙы ҡатнашты. Уҡыусыларҙың мәктәп ишеге алдынан уҡ бик йылы, башҡортса сәләмләп, милли кейемдә ҡаршы алыуҙары һәр кемдең кәйефен күтәрҙе. Артабан семинарға килеүселәр ике төркөмгә бүленеп, бик матур дәрестәр ҡараны. Мәктәп мөдире Рәйлә Наил ҡыҙы мәктәп тарихы тураһында һөйләне һәм күп йылдар эшләгән педагог булараҡ уҡытыусыларға кәңәштәрен бирҙе.
Рәйлә Вячислав ҡыҙы 6-сы класта башҡорт теленән «Исемдәрҙең һан менән үҙгәреүе», 2-се класта Светлана Ғәлиулла ҡыҙы туған тел дәресенән «Шалҡан әкиәте» темалары буйынса асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Дәрестәрҙең методик яҡтан дөрөҫ ойошторолоуы, уҡытыусыларҙың заманса технологиялар ҡулланып эшләүе уҡыусыларҙың әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итте. Дәрестәргә методик яҡтан анализ эшләнде, кәңәштәр бирелде.
Семинарҙың планына ярашлы яһалма зиһен буйынса йәш белгес Элиза Зәйнулла ҡыҙы мастер-класс күрһәтте. Ул тауыш ярҙамында музыка һәм әкиәттәр табыу, йомаҡтарҙы сисеү, төрлө һорауҙарға яуап эҙләп булыуы тураһында уҡытыусыларға мәғлүмәт бирҙе. Күп уҡытыусылар текстар, шиғырҙар, йырҙар һәм һүрәттәр генерациялау өсөн нейрочаттарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәре һәм яһалма зиһенде дәрестә ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бөгөнгө семинар сиктәрендә ойошторолған саралар һәр уҡытыусы өсөн дә файҙалы булды.
14:58 22.10.2026 16+
3
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top