Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Яңы ғына башланып торған 2024 йылдың ҡышҡы каникулдарын Бишауыл - Уңғар мәктәбенең 5 класы уҡыусылары бик матур башлап ебәрҙе.

Яңы ғына башланып торған 2024 йылдың ҡышҡы каникулдарын Бишауыл - Уңғар мәктәбенең 5 класы уҡыусылары бик матур башлап ебәрҙе.

Класс етәксеһе Ғәлиә апалары менән бергәләп улар Өфөгә сәйәхәткә юлланды. Былай ҙа матур баш ҡалабыҙ байрам көндәрендә тағы ла һоҡланғысыраҡ күренә. Әллә ҡайҙан балҡып торған Ләлә - Тюльпан мәсете үҙе генә ни тора! Уҡыусылар мәсет эсенә инеп танышты, ултырып теләктәр теләне. Ә инде Еңеү паркында ҡуйылған танк, пушкалар илебеҙҙең ҡеүәте менән ғорурлыҡ хистәре уятһа, мәңгелек ут ялҡыны ата - бабаларыбыҙҙың героик үткәне һәр саҡ күңел түрендә икәнен иҫкә төшөрә.

Артабан Ретро гараж музейы көтә. Элекке замандарҙа йөрөгән автомобиль, мототехниканы уҡыусылар ҡыҙыҡһынып та, ғәжәпләнеп тә ҡараны.

Ҡала советы майҙаны байрамса гөр килә. Биҙәлгән шыршы, боҙ тауы үҙҙәренә саҡырып тора. Ошондай форсатты файҙаланмай буламы ни? Уҡыусылар кинәнеп тау шыуҙы, ял итте.

Ошо матур йөкмәткеле сәйәхәт уҡыусыларыбыҙға бик оҡшаны. Йылдар үткәс тә, иҫтәренә төшөрөп - төшөрөп торорҙар әле.

Источник: СОШ д.Бишаул-Унгарово Кармаскалинского района

19:54 03.01.2024 16+
2394
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top