Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында «Мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү системаһында «Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайырын өйрәнеүгә яңы ҡараш» зона...
Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында «Мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү системаһында «Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайырын өйрәнеүгә яңы ҡараш» зона семинары үткәрелде. Семинарҙа Ҡырмыҫҡалы районынан Мәғариф бүлеге методисы -Ҡоҙаҡаева Нәркәс Радик ҡыҙы, Ефремкин мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы – Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы, Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы – Ишҡарина Фәниә Ҡасим ҡыҙы, Һәүәләй балалар баҡсаһы тәрбиәселәре – Садыҡова Гөлнара Ҡадир ҡыҙы һәм Шафиҡова Айгөл Мәжит ҡыҙы ҡатнаштылар. Семинар эшендә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы - Ишемғолов Морат Нил улы, Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры - Рахманова Юлия Владиславовна, Өфө ҡалаһының “Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәге” өҫтәмә белем биреү учреждениеһының бүлек етәксеһе - Гоголева Гөлнара Мәғҙән ҡыҙы, “Аҡ тирмә“ милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы - Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы сәләмләнеләр. Сарала Ейәнсура, Йылайыр райондары уҡытыусылары, Баймаҡ һәм Өфө ҡалалары балалар баҡсаһы тәрбиәселәре «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Педагогтар өсөн “Урал батыр” ҡобайыры геройҙары һүрәтләнгән дидактик әсбап-алъяпҡыс, “Илде гиҙеп яй эҙләр...” интерактив уйындары тәҡдим ителде. Сара бик фәһемле үтте, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.
21:19 13.11.2026 16+