Өфө ҡалаһында "Биҙәк " балалар республика фестиваль-конкурсының финалы үтте. Был конкурста республикабыҙҙың 18 район һәм 5 ҡалаһынан килгән балалар ҡатнашты. Конкурс 3 номинацияла үтте: прозанан өҙөк һөйләү.
Өфө ҡалаһында "Биҙәк " балалар республика фестиваль-конкурсының финалы үтте. Был конкурста республикабыҙҙың 18 район һәм 5 ҡалаһынан килгән балалар ҡатнашты. Конкурс 3 номинацияла үтте: прозанан өҙөк һөйләү, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре.
Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы «Яланда» бейеүен күрһәтеп 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде (Етәксеһе- Ғафарова Ләйлә).
Ҡабаҡ ауылы лицейынан 9-сы класс уҡыусылары халыҡ бейеүҙәре номинацияһында ҡатнашып, 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар (Етәксеһе-Тузбәкова Раушания).Уҡыусылар тамашасыларға «Ҡурай» башҡорт бейеүен тәҡдим иттеләр.
«Һәр бала тырышып, сәмләнеп сығыш яһаны. Конкурс бик матур үтте. Талантлы балаларға һоҡланып, шатланып ҡайттыҡ”,- тиҙәр балаларҙы әҙерләгән уҡытыусылар.
Источник: отдел образования.
02:21 30.03.2024 16+