Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

30 март көндө беҙ, Ҡауарҙынан Исхаҡов Сабир, Мөхәмәтдинов Илгиз һәм мин, Боҙаяҙ ауылында Ҡырмыҫҡалы районынының шахмат буйынса асыҡ чемпионатында ҡатнашып ҡайттыҡ. Уйындар ҡыҙыу ғына барҙы. Һөҙөмтәлә Илгиз 2 урынды, Сабир 4 урынды алдылар. Молодцы!!!

30 март көндө беҙ, Ҡауарҙынан Исхаҡов Сабир, Мөхәмәтдинов Илгиз һәм мин, Боҙаяҙ ауылында Ҡырмыҫҡалы районынының шахмат буйынса асыҡ чемпионатында ҡатнашып ҡайттыҡ. Уйындар ҡыҙыу ғына барҙы. Һөҙөмтәлә Илгиз 2 урынды, Сабир 4 урынды алдылар. Молодцы!!! Мин, күпме генә тырышһам да, сәпсиииим уйнай алманым. 18 кеше араһында 11 урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Тырышырға ла тырышырға икән әле миңә.

Тарихи белешмә: Боҙаяҙ (Бузовьязы) ауылына 1757 йылда нигеҙ һалына. Башта ауылға нигеҙ һалыусы Мөслим Ҡәныбәков хөрмәтенә Мөслим тип атала, һуңынан ауылға Боҙаяҙ йылғаһы исеме эйәрә. Боҙаяҙ ауылында Пугачевтың көрәштәше, Салауат Юлаев менән бергә Рогервикта һөргөндә булған Ҡәнзәфәр Усаев йәшәгән.

ЯРЫШТЫ ОЙОШТОРОУСЫЛАРҒА ОЛО РӘХМӘТЕМДЕ БЕЛДЕРӘМ!!!

01:26 02.04.2024 16+
1718
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top