Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән мәктәбендә республика кимәлендә Хөсәйенов уҡыуҙары исемле фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән мәктәбендә республика кимәлендә “Хөсәйенов уҡыуҙары» исемле фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған был сара районда икенсе тапҡыр үткәрелә.

Сарала Ҡырмыҫҡалы районының 10 мәктәбе, Ғафури районынан Мәжитов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары актив ҡатнаштылар.

Конференция өс этаптан торҙо: беренсе этапта - фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең эҙләнеү-тикшеренеү эштәре менән сығыш яһанылар, икенсе этапта- Ғайса Хөсәйеновтың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләнеләр, өсөнсө этапта- видео-конкурс булды, ул күпселек Ғаилә йылына арналған ине.

Жюри ағзалары балаларҙың сығыштарын баһалап, һорауҙар бирҙеләр, конференция аҙағында эштәрҙе йомғаҡлап «Табын ырыуҙары берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы севеты рәйесе Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы ҡатнашыусыларға грамоталар, рәхмәт хаттары тапшырҙы.

04:00 28.04.2024 16+
2853
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top