Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған.

Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған. Һүҙе, оҫталығы менән әйләнә-тирәһендәгеләрҙе һөйөндөргән, күҙ яуын алып торған йәмдәр тыуҙырған оҫта - Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Роза Нурислам ҡыҙы Дилмөхәмәтова тураһында.
Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған.
Күңелдәренә ятҡан эштәренә бар талантын, йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табып шөғөлләнгәндәр. Шундай яҡташтарыбыҙҙың һөнәрҙәрен күреп, хайран ҡалаһың.
Уның алтын ҡулдары арыу-талыу белмәй: бәйләй, сигә, тәмле ризыҡ бешерә. Кешегә матурлыҡ өләшеүе уның булмышының бер өлөшө.
- Милли кейемдәр, биҙәүестәр, ҡайылған, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр моданан сыҡмайҙар, киреһенсә, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа йылдан-йыл күберәк урын ала бара. Селтәр сигеү, йылы, йомшаҡ свитер, күлдәк үҙенең матурлығы, уңайлылығы менән кешегә ләззәт биреп ҡыуандыра, сөнки бәйләү кеше өсөн ял итеүҙең бик файҙалы бер ысулы ла. Ҡул эше тынысландыра һәм ниндәйҙер бер рәхәтлек бирә. Уның оҫта ҡулдарына ҡарап күҙ эйәрмәй ине. Ябай йөндән иләп, әллә күпме мөғжизә тыуҙырған ҡулдарына һәр саҡ ҡарап һоҡланабыҙ.
Ҡул эштәрен күңел биреп башҡарам - ти Роза апай.
Бөгөнгө көндә Роза апайҙың оҫта ҡулдары тыуҙырған ҡул эштәре күргәҙмәләрҙе биҙәй. Хаҡлы ялда булһала сынъяһау итеп донъя көтә. Матурлыҡты күңел күҙе менән күрә белгән Роза апай ҡапҡа алдын гөл-сәскәгә күмә, баҡса ултырып йәшелсә-емешен үҫтерә. Тәмле-татлы ризыҡтар бешереп яҡындарын һыйлай.
Роза Нурислам ҡыҙы артабан да бәрәкәтле мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта һәм шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

#ППМИ2026
#Старобабичевскийсельсовет
#Кармаскалинскийрайон
19:36 13.01.2026 16+
37
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top