Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Ябай ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ!!!

Ябай ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ!!!

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында оҫта ҡуллылар һанап бөткөһеҙ: кемдер матур бәйләй, икенселәр килешле итеп тегә, өсөнселәре иһә сигергә ярата. Шуны күҙ уңында тотоп.Ябай ҡулдар
тыуҙырған матурлыҡ.
Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиелә халыҡ мәҡәлендә.
- Бәләкәй генә ауылда өй беренсә ҡул эше оҫталары йәшәй, әммә айт тигәнгә тайт тип йәшәүселәр бармаҡ менән генә һынарлыҡ. Ошондай ғаиләләрҙең береһе - Карлыманбаш ауылы уңған хужабикәһе Динера Зәкир ҡыҙы Рәхимғолова. Ул уңған, тик тормаҫ кешеләрҙең береһе лә инде. Динера һылыу бәйләм, селтәр бәйләргә оҫта.Бар эшкә лә булдыҡлы, баҡса үҫтереү оҫталыҡтары ла, ҡош-ҡорт үрсетеү ҙә - уның яратҡан шөғөлө.
Әле баҡса эштәре булмағас, өйҙә ваҡыт күп, ҡош -ҡорттарымды
ҡарап инәм дә, йәһәт тә бәйләм эштәренә тотонам. Телевизорҙы былай ғына ҡарап ултыра алмайым, ҡулымда һәр ваҡыт бәйләм. Былай эшләһәң
депрессияға ла бирелмәйһең, ауырыу тураһында ла онотола. Ошо бәйләмдәрем аша балаларыма, туғандарыма
күңел йылымды өләшәм. Аллаға шөкөр, тормошом
зарланырлыҡ түгел. Иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙ бәхетенә
эйә булдым, - ти Динера Зәкир ҡыҙы.Беҙ уға иҫәнлек -һаулыҡ теләек.
21:22 15.01.2026 16+
75
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top