18+
Специальная версия

Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге.

Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге.

Иҫке Бәпес ауылы бәләкәй генә ауыл булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп матурлана, күркәмләнә, халыҡҡа мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.
Иҫке Бәпес фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә заман талаптарына яуап бирә: ауыл халҡына сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Процедура, тикшереү, дарыу һаҡлау һәм башҡа кабинеттар бар. Инвалидтар өсөн пандустары булған күтәрмә бар.
Быларҙың барыһы ла милли проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында барлыҡҡа килде. Яңы медицина учреждениеһында халыҡҡа планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Электр уты, эҫе һәм йылы һыу үткәрелгән.
Тәү сиратта ауыл халҡы өсөн яҡшы, медицина ярҙамы күреү өсөн уларға уңайлы шарттар тыуҙырылды. Эшкә күтәренке кәйеф менән киләбеҙ. Ошондай шарттарҙа ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә беҙгә, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты пункт мөдире Зәкирә Зәкир ҡыҙы.
яуаплы ҡараған, ипле, эштәрен яҡшы белгән, пациенттарға һәйбәт ҡарашта булған ауыл фельдшерҙарына артабан да уңыштар юлдаш булһын.

#ППМИ2026
#Старобабичевскийсельсовет
07:48 07.02.2026 16+
0

Оставить сообщение:

Выбор редакции