Байрам менән, ысын ир- егеттәр!
Байрам менән, ысын ир- егеттәр!
23 февралдә беҙ Ватаныбыҙҙың милли мәнфәғәттәрен яҡлаған һәм әлеге көндә яҡлаусы һәр кемде тәбрикләйбеҙ. Бөгөн был байрам айырым мәғәнәгә эйә. Илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ, Ватанға хеҙмәт итеү кеүек сифаттар һәр саҡ халҡыбыҙҙың мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәре булып ҡала.
Рәсәй үҙенең меңәрләгән йыллыҡ тарихы осоронда бик күп ҡаты һәм күп юғалтыуҙар килтергән яуҙарҙы кисергән, әммә һәр саҡ үҙенең булмышын, бойондороҡһоҙлоғон яҡлай һәм һаҡлай алған, уның мәнфәғәттәрен хәстәрләүҙе ҡаһарман булмышылы ил азаматтары күтәреп алған.
Беҙ дәүләт бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған яугирҙәрҙең батырлыҡтарын онотмайбыҙ, изге иҫтәлеген күңелдәрҙә һаҡлайбыҙ. Бөгөн дә дәүләт мәнфәғәтен яҡлаусыларға оло ихтирам менән ҡарайбыҙ. Уларҙың һәр береһе – ысын герой. Ғаиләһенең, кесе ватанының, тыуған иленең геройы.
Яугирҙәребеҙ Башҡортостан халҡы хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ ҡаһарманлыҡ, үҙ-ара теләктәшлек һәм сыҙамлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Беҙҙең мөҡәддәс бурыс – батырҙарыбыҙға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам итеү, сөнки яугирҙәребеҙ ғаиләләре өсөн тыныс булырға тейеш.
Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәре – илдең именлеген хәстәрләгән Хәрби Көстәргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына. Бөгөн сафта булған яугирҙәрҙе лә тәбрикләйбеҙ – улар Рәсәйҙең данлыҡлы хәрби традицияларын һаҡлаусылар һәм яҡлаусылар.
Һеҙгә һаулыҡ, именлек, рух ныҡлығы һәм Ватан мәнфәғәтендәге хеҙмәттә уңыштар теләйбеҙ. Байрам менән!
________________
С праздником, уважаемые наши мужчины!
23 февраля мы чествуем настоящих патриотов России. Этот день по праву считается профессиональным праздником военных, для которых ратная служба стала призванием и делом жизни. Ко всем, кто служил и служит в российской армии, других силовых ведомствах, хотелось бы обратиться со словами большой благодарности за нелёгкий ратный труд.
За свою тысячелетнюю историю Россия вынесла немало кровопролитных сражений, но она всегда умела себя отстоять, защитить, и всегда на её защиту первыми вставали мужественные воины. Во все времена защита Родины была высоким нравственным и гражданским долгом каждого гражданина нашей страны. И потому этот праздник – поистине общенародный национальный праздник.
Сегодня День защитника Отечества приобретает особый смысл. Мы свято храним в памяти подвиги героев, отстоявших независимость государства. С огромным уважением относимся ко всем, кто в наши дни защищает национальные интересы страны.
Каждый из них — настоящий герой. Герой своей семьи, малой родины, всей страны. Наши бойцы демонстрируют примеры мужества, взаимовыручки и стойкости, которыми по праву может гордиться Башкортостан.
Важнейшая задача сегодня — поддержать наших героев, их родных и близких. Они должны быть уверены в том, что их семьи ни в чем не нуждаются.
Мы чествуем солдат и офицеров, которые в наши дни продолжают славные традиции российского воинства! Пусть и в дальнейшем решимость каждого из нас защищать свою страну гарантирует свободу, независимость и процветание любимой Родины!
Желаем вам здоровья, благополучия, новых успехов в службе на благо Родины! С праздником!
#ДеньЗащитникаОтечества #ВатандыҺаҡлаусыларкөнө
11:57 23.02.2026 16+
Оставить сообщение: