Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлай!
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарыбыҙға һөнәрҙәренә тоғро булғандары, район мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән тынғыһыҙ көндәлек хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Республика, төбәк-ара кимәлендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлауығыҙ, яулаған ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҫеп килеүсе йәш быуында сәнғәткә һөйөү, тыуған илгә илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә тос өлөш индерәһегеҙ.
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам, ижади уңыштар теләйбеҙ!
19:52 25.03.2026 16+
0

Оставить сообщение:

Выбор редакции