Хәйерле иртә менән барлыҡ ауыл халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ!

Хәйерле иртә менән барлыҡ ауыл халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ!

Тирә-яҡ мөхитебеҙҙе ҡыш йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте. Апрелдә ҡарҙан әрселгән ерҙе сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында уҙғарылған өмәләр башланды Иҫке Бәпес ауылы биләмәһендә экологик айлыҡ старт алды.Ҡар тиҙ ирей, сүп-сар күренә башланы, уны йыйып алырға кәрәк.
Бөтәбеҙ ҙә экологик акцияға ҡушылайыҡ. Әйҙәгеҙ бергәләп ауылдарыбыҙҙы күркәм, матур һәм иң мөһиме – таҙа итәйек. Предприятие, учреждение етәкселәрен, ауыл халҡын төҙөкләндереү сараларына ҡушылырға, беркетелгән һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырырға саҡырабыҙ. Һеҙ сүп-сарҙы йыйып, үҙ йорттарығыҙ эргәһендәге йәшеллекте генә түгел, ә йәмәғәт урындарын да таҙарта алаһығыҙ. Шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа сауҙа нөктәләре эргәһендәге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыр. Был акция бөтә быуын вәкилдәрен бер дөйөм эшкә берләштерер, тип ышанабыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа таҙа, төҙөкләндерелгән һәм йәшел ерҙа йәшәргә теләйбеҙ, шуға күрә яҙғы өмәләрҙә ҡатнашып, тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ.
06:50 08.04.2026 16+
0

Оставить сообщение:

Выбор редакции