Ильтуған ауылында уңған, тыуған яғына тоғро халыҡ йәшәй.
Ильтуған ауылында уңған, тыуған яғына тоғро халыҡ йәшәй.Барлыҡ эштәрҙе кәңәшләшеп,берҙәм эшләйҙәр.Бергәләп ағас ултырталар.Зыяратта өмәгә ауыл халҡы менән ситтә йәшәүселәр ҙә актив ҡатнаша.Контейнер площадкаһының тирә яғын йыйышиырып торалар.Мәсеттә лә ҙур эштәр башҡарыла.Ошо көндәрҙә ауыл имамы Рауил хәҙрәт Килдияров етәкселегенда мәсеттең манараһы яңыртыла башланы.Был эште имам етәкселегендә ауылдың оҫта ҡуллы ир - аттары башҡара.Материал алырға күп халыҡ ярҙам итте.Сауаптары насип булһын.Изге эштәр изгелеккә илтһен.
09:17 16.04.2026 16+