#СемейныйБашкортостан
#СемейныйБашкортостан
#Годбольшойидружнойсемьи
Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында һәүәҫкәр йырсы, ауылдашыбыҙ Хафиза Галинаның шаулап- гөрләп тыуған көнөнә арналған ижад кисәһе үтте.
Халыҡ- ара ғаилә көнөндә күп балалы әсә Хафиза Шәрәфетдин ҡыҙының байрамға балалары, туғандары, ауылдаштары, тыуған ауылы Үтәймулланан (Ауырғазы районы), ҡыҫҡаһы, ижадын яратыусылар йыйылғайны. Байрам Илдар Хәсәнов, апаһы Ғөләйша Мифтахова, Гүзәл Гәлиуллинаның моңло йырҙары, Гөлнур Шаймарҙанованың дәртле бейеүе менән үрелеп барҙы.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Фирүзә Абдуллина, урындағы мәктәп коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, туғандары, балалары ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Хафиза апай Галинаның моңло тауышы, дәртле лә, шул уҡ ваҡытта һағышлы ла йырҙары йөрәктәргә үтеп инде.
Үҙ сиратыбыҙҙа уға ижади уңыштар, бөтмәҫ моң, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ- ҡыуаныстар, балалар шатлығы ғына теләйбеҙ!
22:37 15.05.2026 16+